Уның барышында яугирҙар өсөн маскировка селтәрҙәре туплана. Ойошма махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ир-егеттәрҙең тормош иптәштәре һәм ҡыҙ туғандарын берләштерә. Проектта ҡатнашыусылар хәрбиҙәрҙең ғаиләләренә ярҙам итә. “Хөрмәтле апайҙар, ағайҙар, йәштәр, әйҙәгеҙ район һәм ҡалаларҙа күмәкләшеп һалдаттар өсөн маскировка селтәрҙәре үрәйек. Һәр төйөнөн изге теләктәр әйтеп бәйләйек. Әҙер япмалар Өфөлә туплана”, - тип мөрәжәғәт иткән ирекмәндәр. Тулыраҡ мәғлүмәт менән “Ете ҡыҙ” проектының социаль селтәрҙәге рәсми төркөмөндә танышырға була. Маскировка селтәре хәрби нығытмаларҙы һәм техниканы дошмандан һаҡлай.




