Башҡортостан киберспортсылары Рәсәй чемпионатында көмөш миҙал яуланы

 Өфө фән һәм технологиялар университеты студенттары Контр-Страйк 2 буйынса плей-офф гран-финалында Яҡут-Саха командаһынан бер мәрәйгә генә ҡалышты. Компьютер спорты буйынса ярыш Мәскәүҙә киберспорт комплексында ойошторолдо. Финалда илдең иң яҡшы дүрт командаһы көс һынашты.  “Беҙҙең студенттар үҙҙәрен профессиональ клубтар араһында һынап ҡараныһәм яҡшы һөҙөмтәләргә иреште”, - ти команда тренеры Роман Кәшфуллин.

Башҡортостан киберспортсылары Рәсәй чемпионатында көмөш миҙал яуланы

Студенттар Өфөнөң вуз-ара кампусында урынлашҡан “Спартак” үҙәгендә шөғөлләнә. “Киләсәктә маҡсатыбыҙ яңы партнерҙар табып, профессиональ клуб булдырыу”, - ти команда уйынсыһы Тимур Ҡотошов.

Башҡортостан киберспортсылары Рәсәй чемпионатында көмөш миҙал яуланы
Фото №1 - Башҡортостан киберспортсылары Рәсәй чемпионатында көмөш миҙал яуланы
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ