Полиция хеҙмәткәрҙәре Өфө үҙәгендә янған «Land Rover» автомобиле менән бәйле хәлде тикшерә

Полиция хеҙмәткәрҙәре Өфө үҙәгендә янған «Land Rover» автомобиле менән бәйле хәлде тикшерә. Ваҡиға бөгөн иртән «Ҡунаҡһарай» сауҙа-эш комплексы биләмәһендә теркәлгән. Төбәк дәүләт автоинспекцияһының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, джип руле артындағы водитель сауҙа үҙәге биләмәһенә ингән урында ҡоймаға бәрелгән. Һуңынан ул транспортты туҡтатып, ваҡиға урынын ҡалдырып ҡаса. Тиҙҙән ашығыс хеҙмәттәргә автомобиль янғыны тураһында хәбәр килә. Полиция хеҙмәткәрҙәре водителде таба һәм ҡулға ала. Ул иҫерек килеш автотранспорт менән идара иткән өсөн водитель таныҡлығынан мәхрүм ителгән 37 йәшлек ир булып сыға. Уға ҡарата хоҡуҡһыҙ машина менән идара итеү өсөн административ материал төҙөлгән. Бәхеткә күрә, ваҡиғала бер кем дә зыян күрмәгән.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ