Салауат районында крәҫтиән-фермер хужалыҡтары үҫешә

Салауат районында крәҫтиән-фермер хужалыҡтары үҫешә. Йәштәрҙең ергә берегеүенә дәүләт ярҙамы күрһәтелеүе булышлыҡ итә.

Әлкә ауылында йәшәгән шәхси эшҡыуар Иҙел Дәүләтшин агростартап программаһында ҡатнашып тоҡомло таналар алған. Әлеге ваҡытта уның хужалығында 130 баш һыйыр малы иҫәпләнә. Малдар Салауат еренә тиҙ өйрәнде, үрсем яҡшы, ти йәш фермер.

Иҙел Дәүләтшин ер эшенә осраҡлы ғына тотонмаған, ул атаһының эшен дауам итә. Дәүләтшиндарҙың хужалығы малсылыҡтан тыш, үҫемлекселек менән дә шөғөлләнә. Иҙел Дәүләтшин әлеге ваҡытта Башҡорт дәүләт аграр университетында аспирантура ла уҡый, шуға күрә йәш ғалим үҫемлекселекте фәнни тикшеренеүҙәргә нигеҙләнеп алып бара. Үҙҙәренең төнъяҡ-көнсығыш зонаһында юғары уңыш биргән сорттарҙы өйрәнә, эксперименттар үткәрә. Быйыл баҫыуҙарға ужым бойҙайының алты сорты сәселгән. Хужалар уларҙың аҡһым, крахмал, клейковина миҡдарын һәм энергия ҡиммәтен тикшерә. Салауат районында ауыл хужалығы менән шөғөлләнеү еңел түгел, малсыллыҡта ла, үҫемлекселектә лә мул уыш алыу өсөн фәнгә нигеҙләнеп эшләү, заманса технологияларҙы ҡулланыу мотлаҡ, ти Иҙел Дәүләтшин.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ