«Сәләмәтлек поезы» Баймаҡ районы буйлап юл тота

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров 2019 йылда төпкөл ауылдарҙа йәшәүселәргә медицина ярҙамы күрһәтеүҙең яңы форматын тәҡдим итте. Һәм «Сәләмәтлек поездары! билдәләнгән маршрут буйынса эшләүен әле лә дауам итә. Баймаҡ ере буйлап һаулыҡ һаҡлау поезы маршрутында беренсе нөктә булып Ишбирҙе ауылы булды, унда табип менән кәңәшләшеү мөмкинлегенән 200-ҙән ашыу кеше файҙаланған.

Ишбирҙе халҡы һәм яҡын-тирәләге тораҡ пункттарҙа йәшәүселәр араһында флюорография, ЭКГ үтергә, кардиолог, офтальмолог, хирург һәм башҡа белгестәрҙә ҡаралырға теләүселәр күп булды. «Сәләмәтлек поезы» табиптары пациенттарҙы паспорт һәм медицина полисы менән сират буйынса ҡабул итә.

Мобиль медицина комплексы алдынғы диагностика ҡорамалдары менән йыһазландырылған. Шуға күрә ауыл халҡы ҡанды клиник анализлауҙан алып, ультратауыш менән диагностикалауға тиклем тулы тикшереү үтә. Һәм былар барыһы ла бушлай.

«Сәләмәт республика-сәләмәт төбәк» акцияһы сиктәрендә 7 июлдән 24-нә тиклем райондың 15 тораҡ пункты халҡы тулы медицина тикшереүе үтә ала. Күсмә сәләмәтлек үҙәктәре район үҙәгенән йыраҡ булған ауылдарҙа һаулыҡты хәстәрләү, һәм уларҙың йәшәү сифатын яҡшыртыуға булышлыҡ итә. Алдан мәғлүмәт алып, табипҡа күренеү өсөн үҙеңде әҙерләп, бары тик уңайлы мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырмаҫҡа ғына ҡала.

Рүзилә Ғүмәрова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ