Башҡортостандың йәмәғәт палатаһы ярты йыллыҡ эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһаны. Киңәйтелгән ултырыш Шишмә районында Турахан визит-үҙәге базаһында үтте. Ошо осорҙа Палата ағзалары мутлашыуҙы иҫкәртеү буйынса уҡыу конференциялары һәм түңәрәк өҫтәлдәр серияһын уңышлы тамамлаған, шулай уҡ граждандарҙың мөрәжәғәттәре менән әүҙем эш алып барған. Айырым иғтибар балалар лагерҙарын, юлдарҙы, ҡалдыҡтар йыйыу майҙансыҡтары, балалар һәм спорт объекттарының торошон күҙәтеүгә йүнәлтелгән. Йәмәғәт контроле ярҙамында проблемаларҙы асыҡлауҙан тыш, урындағы властарҙан был етешһеҙлектәрҙе бөтөрөүгә өлгәшкән.



