Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров»Геройҙар дәүере»федераль программаһының икенсе ағымы финалистары менән осрашты. Проект Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса тормошҡа ашырыла һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы идара итеүҙең заманса ысулдарына һәм шәхси үҫешкә өйрәтеүгә йүнәлтелгән.
Артабан уларға дәүләт власы органдарында һәм ҙур дәүләт компанияларында эш тәҡдим ителәсәк. Икенсе ағымға бөтәһе 20 меңдән ашыу ғариза бирелгән, уларҙан 85 кеше һайлап алынған. Башҡортостандан»Геройҙар дәүере»федераль программаһында Денис Камалетдинов, Илья Миронов, Денис Худяков һәм Рәсәй Геройы Денис Чернавин ҡатнашты. Осрашыуҙа төбәк башлығы хәрбиҙәрҙе кадрҙар программаһына инеүҙәре менән ҡотланы һәм уларҙың артабанғы эш пландары менән танышты.




