«Салауат»яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте тарафынан тормошҡа ашырылған проект буйынса Әбйәлил районында бер төркөм биологтар эшләй. Улар төбәктең тәбиғәте менән яҡындан таныша, фәнни хеҙмәттәр яҙасаҡ. Уның һөҙөмтәләре буйынса урында геологик разведка эштәрен уҙғарыу күҙаллана. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
Биологтар өсөн ул ябай үлән генә түгел, ә фәнни яҡтан тикшеренеү өлгөһө. Шуға ла эргә-тирәләге һәр үҫемлек айырым иғтибарға алына. Ғалимдар блокнотҡа ла теркәй, ҡайҙа урынлашҡанын планшетта ла билдәләп бара. Заманса ҡоролма ярҙамында биләмәнең картографик материалы туплана.
Ялан тикшеренеүҙәренә республиканың төрлө учреждениеларынан биш белгес йәлеп ителгән. Улар флора менән бергә, Салауат мәғдән ятҡылығы биләмәһенең фауна донъяһын да айырым иғтибарға ала. Шулай уҡ ғалимдар Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың»Ҡыҙыл китабы«на индерелгән һирәк һәм юғалыу ҡурҡынысы янаған хайуандар, үҫемлек төрҙәрен дә иҫәпкә аласаҡ.
Сара йәмғеһе өс этаптан тора. Үҙ ялан тикшеренеүе һөҙөмтәләренән тыш, төрлө йылдарҙа Әбйәлил тәбиғәтен өйрәнгән башҡа ғалимдарҙың хеҙмәттәренә лә мөрәжәғәт итеүҙе күҙ уңында тота. Ғилми эштәргә шулай уҡ төплө анализ бирәләсәк.
Әлегә эш башланып ҡына тора. Шулай ҙа Салауат мәғдән ятҡылығы биләмәһенең флора һәм фауна донъяһына бәйле яҡынса һығымталар яһалған да инде. Дөйөм ғилми хеҙмәт миҙгел аҙағында айырым бер материал булып сығыр тип көтөлә.



