«Өфө-Инйәр-Белорет» автомобиль юлында төҙөкләндреү эштәре бара

Йәй-юл төҙөүселәр өсөн иң ҡыҙыу мәл. Башҡортостан юлдарында водителдәргә уңайлы һәм хәүефһеҙ булһын өсөн юлсылар иртәнге сәғәт һигеҙҙән эш өҫтөндә. Төбәк әһәмиәтендәге «Өфө-Инйәр-Белорет» автомобиль юлында төҙөкләндреү эштәре барышы менән БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова таныштыра.

Ҡырмыҫҡалы районы биләмәһендәге юл участкаһында ремонт 27 июндә башланған. Эш графиктан күпкә алдараҡ үтәлә. Юлсылар 17 мең ярым квадрат метрҙа юлдың емерелгән урындарын фрезеровкалаған, йәнселгән ваҡ өлөштәрҙән таҙартып шыйыҡ битум эмульсияһын ҡойған. Дүртенсе этапта иһә дәүләт стандарттарына яуап биргән юғары сифатлы асфальт-бетон ҡатнашмаһын түшәгән.Сменаһына мең тонна ҡайнар асфальт -бетон ҡатнашмаһы ҡулланылған.

Асфаль-бетон ҡатнашмаһында куб рәүшендәге ҡырсынташ һәм 70-кә 30 биджи битумы. Ремонт эштәрендә 10 cамосвал, 3 каток, һыу ташыу, гудранатор һәм асфальт түшәүсе машина ҡулланыла.

Аветик Наргеян, «Танып» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең техник директоры

Төҙөүселәр хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен дә теүәл үтәй. Ремонт эштәре барған участкала водителдәр уңайлығы өсөн ваҡытлыса юл билдәләре ҡуйған. Әммә юлсылар видителдәргә ремонт эштәре башҡарылған участкалар тиҙлекте арттырмаҫҡа, иғтибарлы булырға саҡыра.

Беҙ түшәгән асфльт сифатлы һәм оҙаҡ хеҙмәт итәсәк. Бында кәлейәләр булмаясаҡ, асфальт-бетон ҡатнашмаһы ныҡлы һәм үҙен--үҙе тигеҙләү һәләтенә эйә. Эш барышында водителдәр беҙҙең яндан үткәндә тиҙлекте арттырмаһын, юл билдәләренә иғтибарлы булһын ине.

Рөстәм Рамаҙанов, «Танып» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең юл ремонтлау төркөмө бригадиры

Юл эшенә йәлеп ителгән хеҙмәткәрҙәр артабан ике туҡталышҡа тормоз һәм ҡуҙғалып китеү билдәһен, юл һыҙаттарын урынлаштырасаҡ, юл ситтәрен нығытасаҡ. 20 июлдә был участкала ремонт эштәре тулыһында тамамланасаҡ тип күҙаллана.

«Өфө-Инйәр-Белорет» автомобиль юлының Илтирәк ауылы учасикаһының 1500 саҡрымында ремонт эштәре тамамлана. Төбәк әһәимиәтендәге был майҙанда 4 мең ярым тонна сифатлы SP-16 ҡайнар асфальт-бетон ҡатнашмаһы ҡулланылған. Ошо катоктар ярҙамында асфальт тигеҙләнгәндән һуң 4 сәғәт үткәс, был юдан транспортҡа йөрөргә рөхсәт биреләсәк.

Гүзәл Борханова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ