Рәсәйҙә хәрби иҫәп ҡағиҙәләрен боҙған өсөн штрафтар арттырылды

Рәсәйҙә хәрби комиссариатҡа йәшәү урынын алмаштырыу тураһында мәғлүмәтте хәбәр итмәгән өсөн штраф суммаһы арттырылды. Быға тиклем 1 меңдән 5 мең һумғаса түләргә тура килһә, хәҙер штраф күләме 10 меңдән 20 мең һумғаса еткерелде. Үҙгәрештәргә ярашлы, рәсми теркәү үтмәгән осраҡта йәшәү урынын алмаштырыу тураһында мәғлүмәт билдәләнгән ваҡытта хәрби комиссариатҡа хәбәр ителергә тейеш. Административ яуаплылылыҡ ҡаралған.

Теркәү урынынан өс айҙан күберәк ваҡытҡа киткән граждандар яңы урында хәрби иҫәпкә баҫырға тейеш. Ваҡытлыса йәшәгән урын буйынса теркәү үтеү мотлаҡ түгел, кеше оҙайлы ваҡыт ҡунаҡта, йә отпускыла булыуы ихтимал. Әммә билдәләнгән талаптар үтәлергә тейеш, юғиһә штраф һалынаскаҡ.

Михаил Блажевич, Башҡортостандың хәрби комиссары
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ