Баймаҡтан һәм Йылайырҙан 15 егет Ватан һағына юлланды

Әрме хеҙмәте-маҡтаулы бурыс, етди батырлыҡ һәм тормош мәктәбе. Баймаҡ ҡалаһы, Баймаҡ һәм Йылайыр райондарының хәрби комиссариатынан яҙғы саҡырылыштың һуңғы этабында 15 егет Ватан һағына баҫты.

Ир-егеттең ғүмерендәге иң мөһим мәл-ул әрме хеҙмәтенә саҡырылыу. Улар тыуған ил алдындағы бурысты үтәп, яҡты киләсәккә бер аҙым яһай. Сөнки хәрби билет уңышлы эшкә урынлашыуға мөмкинлек бирә.

Оҙатыу сараһында Баймаҡ ҡалаһы хакимиәте, хәрби комиссариат, егеттәрҙең яҡындары һәм дуҫтары ҡатнашты. Буласаҡ Ватан һаҡсыларына бик күп йылы һәм изге теләктәр әйтелде.

Баймаҡ ҡалаһы, Баймаҡ һәм Йылайыр районы егеттәре быға тиклем хәрби бурысҡа ҙур яуаплылыҡ менән ҡараны. Был миҙгелдә ике райондан 200-гә яҡын буласаҡ һалдат Ҡораллы Көстәр сафына баҫты.

Рүзилә Ғүмәрова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ