Белорет районының Урман-Рәүәт ауылында бер үҙе йәшәгән 92 йәшлек Кинйәғол Сәлимгәрәев вафат булған

Белорет районының Урман-Рәүәт ауылында бер үҙе йәшәгән 92 йәшлек Кинйәғол Сәлимгәрәев вафат булған. Ул тыуған төйәгенә тоғро ҡалып, ярты быуаттан ашыу тыуған нигеҙен һыуытмай донъя көтә. Ғүмеренең һуңғы көнөнә тиклем һунарсылыҡ, умартасылыҡ менән шөғөлләнә, йылҡы тота, йәшелсә үҫтерә. Кинйәғол Ғимран улы бер тапҡыр ҙа медицина ярҙамы һорап мөрәжәғәт итмәгән, дарыу эсмәй, үләндәр менән дауалана. Ике йыл элек туғандары уға яңы йорт һалырға ярҙам иткән булған. Кинйәғол Сәлимгәрәев ваҡытында перспективаһыҙ тип танылған ауылдан күсенеүҙән баш тарта. Ҡара урманда йәшәгән оло быуын вәкилен республиканың матбуғат саралары хеҙмәткәрҙәре лә һәр саҡ иғтибар үҙәгендә тотто. Уның Башҡортостан башлығын һайлауҙа ҡатнашыуын беҙҙең ижади төркөм махсус рәүештә барып төшөрҙө. «Башҡорт Робинзоны»н Өфөлә йәшәгән яҡташтары ла онотмай, һәр ваҡыт янына барып хәлен белешеп йөрөнө.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ