Екатеринбургта үткән “Иннопром” халыҡ-ара сәнәғәт күргәҙмәһендә төбәктәр рейтингы иғлан ителде. Республикала етештереү объекттарына ҡыҙыҡһыныу арта. 2022 йылда бындай турҙарҙа 8 мең кеше ҡатнашҡан. Улар ҙур предприятиеларҙың үҙенсәлекле технологиялары һәм етештереү мәҙәниәте менән танышҡан. Рейтинг төҙөгәндә эксперттар 4 төп йүнәлеш буйынса 300 күрһәткесте иҫәпкә алған.




