Башҡортостандың ҡайһы бер райондары урмандарында бөгөн дүртенсе класлы янғын хәүефе фаразлана

Башҡортостандың ҡайһы бер райондары урмандарында бөгөн дүртенсе класлы янғын хәүефе фаразлана. Был хаҡта Урман хужалығы министрлығы иҫкәртё. Бер үк ваҡытта Әбйәлил, Баймаҡ һәм Бөрйән урмансылыҡтары биләмәһендә 27 июлгә тиклем граждандарҙың урманда йөрөүенә һәм унда транспорт сараларының инеүенә сикләү ғәмәлдә ҡала.

Махсус янғынға ҡаршы режим шарттарында урмандарҙа янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙған граждандарға-40 меңдән 50 мең һумға; вазифалы кешеләргә-60 меңдән 90 мең һумға; юридик шәхестәргә 600 меңдән 1 миллион һумға тиклемге күләмдә административ штраф һалыу ҡаралған. Дөйөм алғанда, быйыл 3 апрелдән 14 июлгә тиклем Башҡортостанда йәмғеһе 26 гектарҙан ашыу майҙанда 10 урман янғыны теркәлгән.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ