Башҡортостанда юл хәрәкәте именлеге буйынса етди ваҡиғалар теркәлә

Архангел районында юл-патруль хеҙмәте инспекторҙары «Киа Соул» автомобилен туҡтатырға маташа, әммә водитель уларҙың законлы талабын һанға һуҡмай. Махсус сигнал аҫтында патруль автомобиле иномарканы эҙәрлекләй башлай. Бер нисә тапҡыр туҡтатыу талабын водитель инҡар итеп, киреһенсә, газға баҫа. Дәүләт автоинспекцияһы мәғлүмәттәре буйынса, Благовещен ауылында водитель идара итеү һәләтен юғалта. Шул мәлдә ул ҡулға алына. Тикшереү барышында 37 йәшлек ирҙең эскән булыуы асыҡлана. Ҡағиҙә боҙоусыға ҡарата иҫерек килеш рулгә ултырыу, полиция хеҙмәткәренең туҡтау тураһындағы законлы талабын үтәмәү һәм документһыҙ транспорт менән йөрөгән өсөн административ протоколдар төҙөлә. Автомобиль махсус туҡталҡаға оҙатыла.

Стәрлетамаҡ районы дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре һәләк булған йәйәүле менән юл-транспорт ваҡиғаһы сәбәптәрен асыҡлай. Юл фажиғәһе уҙған төндә Стәрлетамаҡ-Стәрлебаш автомобиль юлында теркәлә. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, «Ниссан Кашкай» рулендәге 33 йәшлек водитель йәйәүлене берҙергән. 35 йәшлек ир алған тән йәрәхәттәренән ваҡиға урынында вафат булған. Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре осраҡ буйынса тикшереү башлаған.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ