Өфөлә «Боронғо Төркөстан һәм Йәсәүи мираҫы» күргәҙмәһе асылды

Башҡортостан менән Ҡаҙағстан араһында хеҙмәттәшлектең яңы йүнәлешенә нигеҙ һалына. Милли музейҙа Төркөстандың «Әзрет Солтан» музей-ҡурсаулығы менән берлектә әҙерләнгән «Боронғо Төркөстан һәм Йәсәүи мираҫы» күргәҙмәһе асылды. Сара сиктәрендә ик яҡ араһында узей эше өлкәһендә хеҙмәттәшлек тураһындағы меморандумға ҡул ҡуйылды.

Күргәҙмәлә Төркөстандан килтерелгән 200-ҙән ашыу экспонат ҡуйылған. Улар араһында Әхмәт Йәсәүи мавзолейында һаҡланған архитектура ҡомартҡылары ла, һирәк ҡулъяҙмалар ҙа, көнкүреш әйберҙәре лә бар. Шулай уҡ бында Төркөстан биләмәһендәге ҡурғандарҙан һәм ҡаласыҡтарҙан табылған боронҡо артефакттарҙы ла күрергә мөмкин. Уларҙың күбеһе Рәсәйҙә тәүге тапҡыр күрһәтелә һәм ҙур тарихи-мәҙәни ҡиммәткә эйә. Әхмәт Йәсәүи төрки суфыйсылығына нигеҙ һалыусы. Уның хеҙмәттәре һәм тәғлимәте арҡаһында ислам милли традициялар менән берләшә. Үҙәк Азиянан Волга буйына һәм Уралға тиклем сәнғәт үҫешенә йоғонто яһаған рухи-мәҙәни мираҫ барлыҡҡа килә.

Волна
Акции БСТ