Радий Хәбиров Мәскәүҙә «Кеше өсөн архитектура» практикумында ҡатнаша

Уҡырға бер ҡасан да һуң түгел. Мәскәүҙә Радий Хәбиров Башҡортостан командаһы менән бергә «Кеше өсөн архитектура. Йәшәге килгән киңлекте булдырыу тураһында практикум» тип аталған уҡыуҙарҙа ҡатнаша.

Был хаҡта төбәк башлығы үҙенең социаль селтәрҙәрендә яҙҙы. Программаны Рәсәй Президенты хакимиәте менән берлектә Һаҡлыҡ банкыһының Корпоратив университеты әҙерләгән. Маҡсат-заманса архитектура ҡарарҙары, ландшафт дизайны, инфраструктураны үҫтереү аша уңайлы ҡала мөхитен булдырыуға яңы алымдар булдырыу. Радий Хәбиров билдәләүенсә, Башҡортостан-был маҡсатҡа федераль сығымдар йәлеп итеү буйынса лидерҙар иҫәбендә. Бынан тыш, төбәктән 34 проект уңайлы ҡала мөхитен булдырыуҙың иң яҡшы проекттары бөтә Рәсәй конкурсында еңеүсе булды, уларҙың 27-һе тормошҡа ашырылған да инде. Артабан да ошо эште дауам итәсәкбеҙ, тип яҙған Башҡортостан башлығы.

Волна
Акции БСТ