Өфө районынан Рима Мусина 70 йәштә ҙур күләмдә гөл-сәскә үҫтерә башлаған

Хаҡлы ялдағы тынғыһыҙ эш. Өфө районынан Рима Мусина 70 йәштә ҙур күләмдә гөл-сәскә үҫтерә башлаған. Бер йыл дауамында ул сәскәләрҙе тәрбиәләү буйынса уҡыуҙар үтә, яйлап коллекцияһын тулыландыра. Тәүҙә уларҙы ихата алдына ултыртһа, хәҙер ҡайһы бер сорттар теплицала урын алған. Эшҡыуарҙың көндәлек эше күп, һыу һибергә, ерҙе йомшартырға, ауырыуҙарҙы иҫкәртеү сараларын күрергә кәрәк. Йүнсел билдәләүенсә, сәскәләргә яратып ҡарарға кәрәк, юғиһә, улар тиҙ һулый. Оло йәштә күңелгә ятҡан шөғөл менән булышыу үҙе кинәнес.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ