Өфөнән хәрбиҙәрҙең бер төркөмө оҙатылды

Бөгөн һалдаттар ҡыҫҡа ялдан һуң кире алғы һыҙыҡҡа юлланды. Уларҙы оҙатыу сараһында вице-премьер Ирек Сәғитов ҡатнашты. “Республика һеҙҙең менән ғорурлана. Күптәрегеҙ Рәсәй һәм Башҡортостан наградалары менән бүләкләнгән. Һеҙҙең һәр ҡайһығыҙ ҡыйыулыҡ һәм батырлыҡ өлгөһө”, - тине ул сығышында. Хәрбиҙәр махсус операция биләмәһенә автобустарҙа алып барыла. Башҡортостанда яугирҙарҙың ғаиләләренә 40-тан ашыу төр ярҙам ҡаралған. 

Фото №1 - Өфөнән хәрбиҙәрҙең бер төркөмө оҙатылды
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ