Унда ҡатнашыу өсөн дастандан өҙөк башҡарырға кәрәк. Видео менән социаль селтәрҙә уртаҡлашыу мотлаҡ. Яҙма башҡорт, рус йәки башҡа телдәрҙә булырға мөмкин. “Урал батыр” эпосы мәңгелек ҡиммәттәрҙе сағылдыра”, - ти ғалим-этнолог Зәкирйән Әминев.
Видеояҙмаларҙы интернетҡа урынлаштырғанда "Урал батыр" тигән хэштег ҡуйырға кәрәк. Флешмоб 17 июлгә тиклем дауам итә. Был көндө илдә Берҙәм фольклор көнө билдәләнә.




