Республика урмандарында янғын сығыу хәүефе арта

Урман хужалығы минисрлығынан ошо турала иҫкәртәләр. Әбйәлил, Баймаҡ һәм Бөрйән урмансылыҡтарында туристар һәм һунарсылар өсөн сикләүҙәр индерелгән. 27 июлгә тиклем урман биләмәләренә барыу тыйыла. Башҡортостанда янғынға ҡаршы махсус тәртип ғәмәлдә. Режим боҙоусыларға штраф һалына. Ябай кешеләргә 40 меңдән 50, вазифалы кешеләргә 60 меңдән 90 меңгә тиклем, ойошмаларға 1 миллион һум штраф һалыныуы ихтимал. 

Фото №1 - Республика урмандарында янғын сығыу хәүефе арта
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ