Әбйәлил районында инвестор ярҙамында ике социаль объект төҙөкләндерелә

Әбйәлил районында инвестор ярҙамында ике социаль объект төҙөкләндерелә. «Салауат» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте тарафынан Буранғол ауылы мәктәбенең интернатында һәм «Ирәндек» балалар һауыҡтырыу лагерында алып барылған төҙөлөш эштәре менән йәмәғәт күҙәтеү советы ағзалары танышты. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

«Ирәндек» балалар һауыҡтырыу лагерында алып барылған ремонт эштәре барышы менән яҡындан йәмәғәт күҙәтеү советы ағзалары ла танышты. Улар төҙөлөшкә бәйле ҡыҙыҡһындырған һорауҙарына яуап алды. Әбйәлил районы балаларының йәйге ялы юғары кимәлдә ойошторолоуына һәм яҡшы яҡҡа үҙгәрәсәгенә ыңғай ҡарашта. Пляж волейболы һәм резина япмалы футбол, баскетбол майҙансыҡтары үҫмерҙәрҙең спорт еңеүҙәрен бермә-бер арттырасаҡ ҡына.

Әбйәлил районында «Салауат» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт тарафынан баҡыр мәғдәнен эшкәртеү һәм райондың социаль үҫешенә ярҙам итеү буйынса сараларҙы күҙәтеү советы ҡарарҙары ғәмәлгә ашырыла. Был республика өсөн мөһим проект. Экологик һәм иҡтисади мәсьәләләрҙе хәл иткәндә халыҡ мәнфәғәте иғтибар үҙәгендә.

Буранғол ауылы мәктәп-интернетанының дөйөм ятаҡханаһында ла ремонт эштәре йылдам бара. Бөгөн ул 50 процентҡа тиклем теүәлләнгән. Әйткәндәй, 1984 йылда төҙөлгән бинала быға тиклем капиталь ремонт уҙғарылмаған. Районға инвесторҙың килеүе һөҙөмтәһендә эш ыңғай яҡҡа үҙгәргән.

Инвестор интернат менән бер ҡыйыҡ аҫтында урынлашҡан табип амбулаторияһында ла ремонт эштәре башҡарыла.

Әбйәлил районы социаль обьекттарында «Салауат» ойошмаһының үҙ иҫәбенә башҡарған эштәрҙен был башы ғына. Киләсәктә предприятие тулы ҡеүәтенә эшләй башлау менән социаль, мәҙәни, спорт өлкәһендә ярҙам саралары тағы ла артыр тип күҙаллана.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ