Башҡортостанда 56 мең тонна бесән әҙерләнгән. Төбәктең ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, мал аҙығы культуралары 23 мең гектарҙа сабылған, был дөйөм майҙандың 40 проценты. Республика хужалыҡтары 607 мең тонна сенаж да һалған. Дүртөйлө районында ла йәшел масса йыйыу эше әүҙем бара. «Игенсе» хужалығында быйыл 800 гектар майҙанда мал аҙығы әҙерләнә, ялан эштәренә тиҫтәгә яҡын ҡеүәтле техника йәлеп ителгән. Сабыуҙың беренсе этабында 3 мең ярым тоннан ашыу сенаж әҙерләнгән
Дүртөйлө районы хужалыҡтары дөйөм алғанда 95 мең тонна силос, 65 мең тонна сенаж һәм 6 мең тонна бесән әҙерләү бурысын ҡуйған. Әлегә эш яҡынса 50 процентҡа теүәлләнгән. Һауа торошо бер һәм күп йыллыҡ үләндәрҙе ваҡытында йыйырға булышлыҡ итә.



