Республикала һабантуйҙар сылбырын Благовар районы дауам итә

Республикала һабантуйҙар сылбырын Благовар районы дауам итә. Төбәктең Яныш ауылында Һабантуй байрамы «Айыҡ ауыл» конкурсында ҡатнашып еңеү яулауына арналды. Икенсе урынға лайыҡ булған ауыл халҡына 3 миллион һум күләмендәге приз тапшырылғайны.

Көс һәм тиҙлек, ат сабышы. Бәйге халыҡтың көтөп алған ярышы тиергә мөмкин. Тамашасылар һәр майҙансыҡты һәр яланды уратып алған.

Баҫыу эштәре тамамланыуын ауыл халҡы ихлас билдәләй. Билдәле артистар саҡырылған, өҫтәлдәр милли ризыктарҙан һығыла. Халыҡ уйындарҙа һәм спорт ярыштарында әүҙем ҡатнаша: бағанаға үрмәләү, көрәш һәм башҡалар. Байрамды халыҡ йырҙары һәм бейеүҙәре оҙатып бара.

Һабантуй уйын һәм бәйгеләрҙе генә түгел, ауыл тарихын, хеҙмәт алдынғыларын барлауҙы ла күҙ уңында тота. Биләмәгә тирмәләр ҡоролдо. Быйыл 260 йыллығын билдәләгән яныштар «Айыҡ ауыл» республика конкурсында икенсе урын яулаған.

Махсус операцияла ҡатншыусыларға, яңғыҙ пенсионерҙарға, инвалидтарға һәм күп балалы ғаиләләргә ярҙамдан да ситтә ҡалмайҙар. Йәмәғәт алдынғылары «Ете йөрәк-бер маҡсат» тип исемләнгән программала әүҙем ҡатнаша. быйыл айыҡлыҡ аллеяһы булдырылған, дөйөм өмәләр ойоштролған, мәсет, обелиск төҙөкләндерелгән.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы вәкилдәре билдәләүенсә, конкурстың маҡсаты-эскелеккә ҡаршы көрәш кенә түгел, ә халыҡты берләштереү, проблемаларҙы бергәләп хәл итеү.

Быйыл еңеүсе ауылдырҙың икенсе слёты үтәсәк. Унда «Айыҡ ауыл» статусына эйә булған 61 тораҡ пункт ҡатнашасаҡ. Улар менән йәмәғәт хәрәкәтен киңәйтеү өҫтөндә эш алып барыла.

Әлиә Илтубаева

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ