Үҙ ҡулдары менән тыуған йортон һәм ауылын мөғжизәле әкиәт иленә әйләндерә. Ябай ҡәләм менән төшөрөлгән һындар һәм фигураларға тимер ҡырҡа торған ҡайсы ярҙамында йән өрә. Йәрмәкәй районы Түбәнге Олойылға ауылында йәшәүсе «Ваҡыттарҙың тере сылбыры» республика конкурсында «Халыҡ оҫтаһы» номинацияһы еңеүсеһе эштәренә БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова һоҡланды. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.
Юрий Ивановичтың ҡулында ҡайсы уйнап тора. Бынан тыш ул ҡасау, бысҡы, иретеп- йәбештереү аппараты кеүек хеҙмәт ҡоралдары менән дә оҫта эш итә. Уның ҡулында металл киҫәге ғәжәп ҡошҡа, ҡырағай йәнлеккә, матур сәскәгә, күбәләктәргә, дала ҡылғанына, сибәр ҡыҙға әүерелә. Юрий Михайлович ут күршеләренә лә үҙенең күңел йылыһын йәллмәй өләшә. Уның бай фантазияһы һәм оҫта ҡулдары менән Малолуговая урамы танымаҫлыҡ булып үҙгәргән
Юрий Яковлев тарих менән дә етди ҡыҙыҡһына. Был бинала илебеҙҙең хәрби көстәренә арналған үҙенсәлекле музей булдырған. Унда хәрби кейемдәр, Рәсәй хәрби көстәренең байраҡтары һәм башҡа тарихи артефакттар тупланған. Бөтмөр һәм һаҡсыл хужа төбиғәттә сүп-сар таратмау өсөн дә тырыша. Төрлө һындар ҡырҡыу өсөн ҡулланылған профнастил төрөлгән пластмассаны ла сүплеккә ташламай. Унан йәшелсә баҡсаһында йөрөргә уңайлы булһын өсөн һуҡмаҡ-келәм теҙә. Был майҙан да күп функциялы. Унда көндөҙ йыуылған керҙәрҙе киптерергә, ә ижад эштәренән бушаған арала спорт менән шөғөлләнергә мөмкин.
Был стендта халыҡ оҫтаһының тамырҙары, нәҫел-нәсәбе үҙ ҡулдары менән яһалған ағаста сағылдырылған. «Һәр кешелә ижади һәләткә ынтылыш бар. Әгәр уй-ниәт оҫта ҡулдар менән нығытылһа, ябай ғына материадан да һоҡланғыс сәнғәт әҫәрҙәре ижад итергә мөмкин», ти Юрий Яковлев.
Ағас, тимер, пластик һәм тәбиғи материалдарҙан мөғжизә тыуҙырыусы халыҡ оҫтаһы Юрий Яковлевтың йорт һәм ихата алдыкүркәмлеге, бөхтәлеге, зауыҡлы булыуы менән иғтибарҙы йәлеп итә. Тиҫтә йылдар эсендә уның эштәре Башҡортостандан ситтә лә киң билдәлелек алған.
Гүзәл Борханова



