Картуф етештереүсе аграрийҙар продукцияны күмәртәләп һатыу өсөн оҙайлы килешеү төҙөргә тәҡдим итә. Ҙур күләмдә бәрәңге етештереүсе эшҡыуарҙар сауҙа нөктәләре менән килешеү төҙөү баҙар шарттарында хаҡтарҙы көйләргә ярҙам итәсәк тигән фекерҙә. Әле республикала картуфтың төрлө төрҙәре һатыла. Хаҡтар һәм буласаҡ уңыш тураһында тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.
Эшҡыуар Николай Шляпкин күп йылдар 200 гектар майҙанда бәрәңге үҫтереп һата. Фермер әйтеүенсә, картуф үҫтереү еңелдән түгел. Йәй эсендә бер нисә тапҡыр колорад ҡортонан эшкәртеү, сирҙәрҙән һаҡлау, даими сүп-сарҙан таҙартыу талап ителә. Шуға ла тауарҙы һатыу өсөн сауҙа нөктәләре менән оҙайлы килешеү кәрәк ти ул. Килешеү баҙар шарттарында хаҡтарҙы көйләргә, эшҡыуарҙарға бәрәңгене көҙҙән һатып бөтөргә-йәғни ышаныслы клиент менән эшләргә ярҙам итәсәк.
Картуфтың хаҡын дәүләт шарттарында көйләү мөмкин түгел. Шәхси хужалыҡтар, урамдағы йәрминкәлә фермерҙар бәрәңгегә хаҡты үҙҙәре билдәләй.
Ҙур кибеттәрҙә бәрәңгенең төрлө сорттары тәҡдим ителә. Ҡулланыусылар республикала үҫтерелгән йәки Әстрәхән, Краснодарҙан килтерелгән картуфты һатып ала. Август-сентябрҙә мул уңыш көтөлә, шуға ла бәрәңгенең хаҡтары ла төшәсәк.
Йыл башынан картуфҡа хаҡтар бер нисә тапҡыр артҡан. Фермерҙар һәм сауҙа нөктәләре араһында оҙайлы килешеү төҙөлгәндә хаҡтарҙың даими үҙгәреүен көйләү мөмкин буласаҡ. Тик был килешеү дәүләт ярҙамында төҙөлөргә тейеш.
Флорида Ким



