Бишбүләк районында «Бишбалыҡ» ҡунаҡсыллыҡ фестивале сиктәрендә үткән «Тылсымлы моңдар» фестивалендә Көйөргәҙеләр еңеү яуланы. Төбәктең Яҡут ауылынан «Ынйылар» башҡорт халыҡ фольклор ансамбле «Килен төшөрөү» йолаһы менән сығыш яһаны. Гран-при хужалары 20 мең һумлыҡ сертификатҡа эйә булды.
Башҡорт халҡының йолаларын һаҡлау һәм фольклор традицияларын үҫтереү маҡсатында ойошторолған сара Башҡортостандың 13 районынан 21 сағыу коллективты һәм Татарстандан, Ырымбур һәм Силәбе өлкәләре ҡатнашыусыларын бергә йыйҙы. Конкурстан тыш, Бишбүләк мәҙәниәт йортонда оҫталыҡ дәрестәре үтте. Уның барышында ижади коллективтарҙың сығышы анализланып, ижади кимәлде камиллаштырыу буйынса тәҡдимдәр еткерелде.




