Тәүгеләрҙән баҫыуға Илеш, Йәрмәкәй, Туймазы игенселәре сыҡты. Илеш хужалыҡтарына быйыл 94 меңдән ашыу гектар майҙанда урып-йыйыу бурысы тора. Район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге етәксеһе Альбина Ғәбдуллина һөйләй.
Республика баҫыуҙарында шипкән өлгөрә. Туймазыла был культура 365 гектар майҙанда сабылған, 300 тонна уңыш йыйып алынған. Гектар кеүәте 11 центнер. Йәрмәкәйҙә шипкән 120 гектар майҙанда сабылған, тип белдерәләр район хакимиәтенән. Республикала майлы культура 6 меңдән ашыу гектар майҙанда 12 районда үҫтерелә.




