Өфөлә “Ватанды һаҡлаусылар” фондының яңы бүлеге асыла

Ул Совет майҙаны янында була. Башҡортостан Башлығы телеграм каналында ошо турала хәбәр иткән. Бинала ремонт эштәре августа тамамланырға тейеш. “Бында социаль координаторҙар хеҙмәте, психолог бүлмәһе урынлаша. Мөмкинлеге сикле яугирҙар өсөн техник реабилитация саралары өлгөләре бүлмәһе була. Шулай уҡ саралар уҙғарыу майҙансығы ойошторола. Бынан тыш махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға Рәсәй Оборона министрлығы үҙәге белгестәре ярҙам итә”, - тип яҙған Радий Хәбиров. Бинаның фасады яңыртылған, инженер селтәрҙәрен һуҙыу башланған. “Яңы бүлектең Генерал Шайморатовҡа ҡуйылған һәйкәл янында урынлашыуы осраҡлы түгел. Беҙ һалдаттарҙы ошонан Тыуған илебеҙҙе һаҡларға оҙатабыҙ. Ышанабыҙ, Еңеү менән ҡаршыларбыҙ. Яугирҙар беҙҙең өсөн бик мөһим кешеләр. Беҙ уларға һәр саҡ ярҙам итергә әҙер”, - тигән республика етәксеһе. “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фонды филиалы Минһажев урамындағы 107-се йортта урынлашҡан.

Фото №1 - Өфөлә “Ватанды һаҡлаусылар” фондының яңы бүлеге асыла
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ