Федераль статистика хеҙмәтенең Башҡортостан территориаль органы июнь айына мәғлүмәттәр тәҡдим итә. Республикала һөттөң бер литры уртаса 89 һум 14 тин торған. Ғинуар менән сағыштырғанда, 5,5 процентҡа артҡан. Өфөлә һөттөң литры 92-93, Сибайҙа – 85, Стәрлетамаҡта – 83 һум. Иң арзан хаҡ Нефтекамала теркәлгән. Унда һөттөң литры 80 һум 57 тин булған. Рәсәйҙә һөт мөһим стратегик продукт һанала. Уның хаҡы даими контролдә тотола. Быйыл Башҡортостанда 5 яңы ферма асыу ҡарала. Төҙөлөшкә 6 ярым миллиард һум инвестиция һалынған.




