Белоретта яңы медицина пункты асылған

Хәҙер Ноҡат, Арышпар һәм Айыс ауылдарында йәшәүселәргә ашығыс ярҙам алыу еңеләйә. Яңы фельдшер-акушер пункты Ноҡат ауылында урынлашҡан. Ул 150-нән ашыу кешене хеҙмәтләндерә. Пункт заманса медицина ҡоролмалары менән йыһазландырылған. Унда халыҡты 30 йыл эш стажы булған Ғәлиә Дәүләтбаева ҡабул итә. Был турала Белорет районы хакимиәте башлығы Азат Хәкимов белдерҙе. Яңы бина “Беренсел звеноны яңыртыу” программаһына ярашлы төҙөлгән.

Фото №1 - Белоретта яңы медицина пункты асылған
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ