Муса Мәжитов махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға 17 километр балыҡ ауы ебәргән. Баш ҡаланың Октябрь районы хакимиәте башлығы Антон Тарасов телеграм-каналында ошо турала хәбәр иткән. “Балыҡ ауы хәрби нығытмаларҙы пилотһыҙ осоу аппараттарынан һаҡлай. Һәр ярҙам мөһим һәм һалдаттарыбыҙҙың ғүмерен ҡотҡарыуға булышлыҡ итә”, - тигән хакимиәт башлығы.




