Өфөнөң Дмитрий Сергеев исемендәге 4-се мәктәбен ремонтлауға 90 миллион һум аҡса бүленгән. Советтар Союзы геройы исемен йөрөткән мәғариф учреждениеһы яңы уҡыу йылы алдынан балалар өсөн уңайлы шарттар булдырыу маҡсатында тәртипкә килтерелә. Ремонт эштәре бина эсендә һәм уның эргә-тирәһендә алып барыла. Төҙөкләндереү саралары спорт майҙансығында ла үтәсәк. Проект мәктәп мәғариф системаларын модернизациялау буйынса федераль программа сиктәрендә тормошҡа ашырыла.
Әйткәндәй, былтыр 1577 урынлыҡ 4 мәктәп асылып, федераль программа буйынса 6 белем усағы ремонтлана. 2025-2027 йылдарҙа 88 мәктәп бинаһын президент программаһы буйынса капиталь ремонт көтә.



