Борай районында «Танып-һыу. Хәтер йылғаһы» Бөтә Рәсәй этно-арт симпозиумы үтте

Борай районында «Танып-һыу. Хәтер йылғаһы» тип исемләнгән Бөтә Рәсәй этно-арт симпозиумы үтте. Бишенсегә уҙғарылған форум Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына һәм Башҡортостанда иғлан ителгән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам йылына арналды.

Симпозиумда Рәсәй төбәктәренән һәм яҡын сит илдәрҙән 20-ән ашыу рәссам ҡатнашты. Улар урындағы художество мәктәптәре уҡыусыларына һәм социаль адаптация үҙәге тәрбиәләнеүселәренә оҫталыҡ дәрестәре уҙғарҙы. Ижади процеста үҙҙәре лә ҡатнашып, яңы картиналарында Ватан һаҡсыһы образын, илһөйәрлек темаһын сағылдырҙы. Симпозиум аҙағында һынлы сәнғәт әҫәрҙәре күргәҙмәһе ойошторолдо. Экспозицияға балаларҙың эштәре лә ҡуйылғайны. Күләмле проект Башҡортостанда милли мәҙәниәттәрҙе популярлаштырыу маҡсатында Республика Хөкүмәте ярҙамында уҙа. «Танып-һыу»-райондың мәҙәниәт өлкәһендәге бренд сараһы иҫәпләнә.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ