Йәш сәғәт оҫтаһы Алан Хәзиев менән беҙҙең телеканал тамашасылары яҡшы таныш. Быға тиклем уның тураһында төрлө сюжеттар әҙерләнгәйне. Үҫмерҙең һөнәри үҫешенә өләсәһе бүләк иткән сәғәт-кулон башланғыс һала. Өс йәшенән алып ул ваҡыт күрһәтеүсе ҡоролмалар йыя, эшләмәгәндәрен ремонтлап, уларға яңы ғүмер бүләк итә. Йәш оҫтаны Сергей Образцов исемендәге Мәскәү ҡурсаҡ театры бинаһының алғы яғында торған сәғәтте ремонтларға саҡыралар. Ярты быуат элек урынлаштырылған һәм күсмә элементтары булған ҡатмарлы механизм ике йыл элек авария хәлендә тип таныла. Ваҡыт һәм ҡатмарлы һауа шарттары ҡоролманы аямай. Сәғәт тутыҡҡан, әле уны тергеҙеү талап ителә. Алан Хәзиев әйтеүенсә, төп үҙенсәлек-сәғәттең ҙур булыуында һәм әкиәти ҡурсаҡтар менән биҙәлеүендә.
Сәғәт Санкт-Петербург оҫтаханаларының береһендә ремонтланасаҡ. Алан Хәзиев техник документтар менән танышып, эшкә тотонорға әҙер. Легендар сәғәтте тергеҙеү-ул тырышып эшләү генә түгел, ә тарихтың бер өлөшөн һаҡлап ҡалыу мөмкинлеге лә, ти үҫмер. Әлегә йәш оҫтаның шәхси күргәҙмәһе менән Шәһит Хоҙайбирҙиндың йорт-музейында танышырға мөмкин. Экспозицияла төрлө йылдарҙа һәм төрлө тарафтарҙа йыйылған йөҙәрләгән сәғәт тупланған.



