Шишмә ағинәйҙәре самауыр сәйенә йыйылды

Шишмә ағинәйҙәре самауыр сәйенә йыйылды. Сара райондың Күсем ауылында үтте. Шишмә районының ағинәйҙәр ойошмаһы 70-кә яҡын кешене берләштерә. Улар боронғо йолаларҙы, кәсептәрҙе тергеҙеү, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һаҡлау, йәш быуынға тапшырыу буйынса ҙур эш алып бара.

Ағинәйҙәр махсус хәрби операция башланыу менән алғы һыҙыҡтағы яугирҙарға гуманитар ылау туплау, маскировка селтәрҙәре үреү, блиндаж шәмдәре эшләүҙе лә ойоштора. Ағинәйҙәр әйтеүенсә, Дим буйы башҡорттарының үҙҙәренә генә хас традициялары, көнкүреш әйберҙәре бар. Ерле халыҡ уларҙы һаҡлауға етди ҡарай. «Самауыр сәйе» ошо йүнәлештәге эшмәкәрлектең бер сағылышы. Ағинәйҙәр осрашыуҙа Дим башҡорттарның фольклор өлгөләрен иҫкә төшөрҙө, киләсәккә эш пландары менән уртаҡлашты, үлән сәйҙәрен әҙерләне, уларҙың файҙаһы, шифаһы тураһында һөйләште.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ