Мостай Кәрим исемендәге Өфө халыҡ-ара аэропортында заманса ҡунаҡхана асылды

Мостай Кәрим исемендәге Өфө халыҡ-ара аэропортында заманса ҡунаҡхана асылды. «Небоарт» отелен асыу тантанаһында Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Ҡеүәтле объект республикала инвестиция проекты нигеҙендә сафҡа индерелде. Уға ярашлы, аэропорт биләмәһендә 110 кешегә яңы эш урыны булдырылды. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.

Өфөгә рәхим итегеҙ. Мостай Кәрим исемендәге Өфө халыҡ-ара аэропорты майҙанында асылған «Небоарт» ҡунаҡханаһы пассажирҙар өсөн бөтә яҡлап та уңайлы итеп ойошторолған. Яңы отель асыу тантанаһында Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Төбәк етәксеһе заманса объект туризм тармағын үҫтереүгә, иҡтисади күҙлектән ҡунаҡтарҙы ҡыҙыҡһындырырға булышлыҡ итәсәк тигән ышаныс белдерҙе.

Ҡунаҡхана инвестиция өҫтөнлөгө проекты сиктәрендә сафҡа индерелде. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров 2021 йылда проектты хуплап ҡеүәтле төҙөлөш башланды. Яңы отелдә 110 кешегә эш урыны булдырылған. Ҡунаҡханала туҡтаған пассажирҙар һәм һауа судноһы хеҙмәткәрҙәре өсөн уңайлы шарттар тәҡдим ителә. Яҡты, иркен бүлмәләр, фитнес һәм конференция залдары, кафе ҡаралған. Заманса отель 150 кешене ҡабул итеүгә иҫәпләнгән.

Быйыл Мостай Кәрим исемендәге «Өфө» халыҡ-ара аэропорты «Рәсәйҙең Һауа ҡапҡалары» милли премияһына лайыҡ булды. Был илдә иң абруйлы тармаҡ наградаларының береһе. Былтыр «Өфө» эаропорты 70 йүнәлеш буйынса 19 меңгә яҡын рейсты хеҙмәтләндергән. Башҡортостандың һауа ҡапҡаһы етәкселеге аэровокзал инфраструктураһын артабан үҫтереү буйынса ҙур пландар ҡора.

Флорида Ким

Волна
Акции БСТ