Башҡортостанда мөһим ваҡиға- Волга буйы федераль округының «Зарница 2.0» Бөтә Рәсәй хәрби-патриотик уйындары йыйыны башланды. Уның маҡсаты-йәштәр араһында башланғыс хәрби әҙерлек күнекмәләрен нығытыу, илһөйәрлек һәм Ватанға тоғролоҡ, рухи-әхлаҡи бурыстарҙы көсәйтеү,азатлыҡ, бойондороҡһоҙлоҡ ҡиммәттәрен тәрбиәләүгә булышлыҡ итеү. Рәсәй Геройы Максим Серафимов исемендәге «Патриот» хәрби-патриотик паркы биләмәһендә ойошторолған хәрби-патриотик сара хаҡында киләһе сюжетта.
Волга буйы федераль окургынан килгән 14 команда ағзалары иртә менән тантаналы митингта ҡатнашты. 14 төбәктән йыйылған егеттәр һәм ҡыҙҙар барыһы ла «Зарница» Бөтә Рәсәй хәрби-патриотик уйындың төбәк этаптары еңеүселәре.Улар 21 июлгә тиклем «Партиот» паркында тәжрибәле инструкторҙар һәм белгестәр етәкселегендә тормош мәктәбе үтә.«Беренселәр хәрәкәте», «Юнармия» Бөтә Рәсәй балалар-үҫмерҙәр патриотик хәрәкәте йәштәрҙе тактик һәм махсус әҙерлек, штурмлау, беренсе ярҙам күрһәтеү, һуғышта отряд менән идара итеү, инженер ҡорамалдары менән эшләү алымдарына өйрәтәсәк.
Хәҙерге заман хәрби хеҙмәтен пилотһыҙ осоу аппараттарынан тыш күҙ алдына ла килтереп булмай. Шуға күрә лә был өлкәлә яҡшы әҙерлекле белгестәр үҫтереүгә етди иғтибар бирелә. Үҫмерҙәр инструкторҙар өйрәткәндәрен иғтибар менән тыңлай һәм үтәй. Пермь крайынан Артем Николаев бындай күләмле йыйында тәүгә ҡатнаша.
Был яланды зарницалағылар шартлы рәүештә һалынған минанан таҙарта. Бында һалҡын ҡанлы оҫта һөнәрмәндәр эш итә, саперҙар тотонған ҡорамалдар һәм һаҡланыу саралары ҡулланыла.
Ялан шарттарында медицина ярҙамы күрһәтеү майҙанында ла практик күнекмәләр өҙлөкһөҙ ойошторолған. Алыш барышында хәрби көстәрҙе юғатлмай һаҡлап ҡалыу алымдарына өйрәтеү ҙә мөһим бурыстарҙың береһе.
«Зарницала» ҡатнашыусылар хәрби журналистика алымдарын да үҙләштерҙе.Дәрестәрҙе махсус хәрби операция биләмәһендә яугирҙар тормошон һәм еңеүҙәрен зәңгәр экран аша сағылдырыусы Татьяна Краснова үткәрҙе.
Ә был кабинетта отряд менән идара итеүселәр махсус әҙерлек үтә. Хәрби шарттарҙа идеология өсөн яуап биргән политруктарға ла етди һәм яуаплы эш йөкмәтелгән.
«Зарница»уйыны ябай уйын ғына түгел, ул тормош мәктәбе, Унда буласаҡ ватан һаҡсылары тәрбиәләнә. Бында улар командала эшләргә, ҡатмарлы шарттарҙа дөрөҫ ҡарар ҡабул итергә, кәрәк cаҡта үҙ күкрәктәре менән иптәштәрен ҡапларға өйрәнә.
Башҡортостанда хәрби йыйында ҡатнашыусы 14 команда ла яҡшы әҙерлекле булыуҙарын иҫбатланы. Улар алдында «Зарница 2.0.» хәрби-патриотик уйынының Волгоградта үтәсәк Бөтә Рәсәй финал ярыштары тора. Унда Башҡортостан данын Стәрлетамаҡ командаһы яҡлаясаҡ.
Гүзәл Борханова



