Рәсәй президенты тарихи ваҡиғаға видеоконференция режимында ҡушылды. Тиҙ йөрөшлө трасса Башҡортостан, Пермь крайы һәм Свердловск өлкәһе биләмәләре аша үтә. Унда йөҙгә яҡын яһалма ҡоролма, шул иҫәптән 50 юл үткәргес, 25 күпер һәм алты транспорт үткәүеле төҙөлгән. М-12 трассаһы Мәскәүҙе Екатеринбург менән тоташтырып, илдең Европа өлөшө менән Урал араһында тиҙ йөрөшлө бәйләнеште тәьмин итеүсе берҙәм магистралдең бер өлөшө буласаҡ.
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Владимир Путинға төбәккә ярҙам иткәне һәм, айырым алғанда, уның Башҡортостан биләмәһендә М-12 юлы участкаһын төҙөү буйынса йөкләмәһе өсөн республика халҡы исеменән рәхмәт белдерҙе.
Дүртөйлө - Әчит участкаһы 4 һыҙатлы, оҙонлоғо 275 километр. Трассала рөхсәт ителгән максималь тиҙлек еңел автомобилдәргә сәғәтенә 110, айырым урындарҙа 130, йөк транспорты өсөн сәғәтенә 90 километр.




