Мәләүез районында ике фельдшер-акушер пункты асылған

Шулай уҡ табип амбулаторияһы сафҡа индерелгән. Ул Ергән ауылында урынлашҡан. Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының телеграм каналы ошо турала хәбәр итә. Медицина пункттары Даниловка һәм Дмитриевка ауылдарында эш башлай. Биналар “Оҙон һәм әүҙем ғүмер” милли проектына ярашлы төҙөлгән. Табип амбулаторияһы 5 меңдән ашыу кешене хеҙмәтләндерә. Ул заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Мөмкинлеге сикле кешеләр өсөн уңайлы шарттар булдырылған. Һуңғы 5 йылда Башҡортостанда 700 самаһы медицина пункты яңыртылған. Быйыл республикала 6 поликлиника һәм 134 модулле медицина учреждениеһын асыу ҡарала.

Фото №1 - Мәләүез районында ике фельдшер-акушер пункты асылған
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ