Саҡмағош районы Ҡара Ерек ауылында бал ҡорттары һәләк булған

Бында  рапс баҫыуҙары бар. Умартасылар фекеренсә, улар химик матдәләр менән эшкәртелгән. Әммә был турала бер кем дә иҫкәртмәгән. Район хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, рапсты урындағы фермер үҫтерә. Яҡын арала Ауыл хужалығын күҙәтеү үҙәге инспекторҙары ауылға килә. Тикшереү өсөн өлгөләр алына. Ҡабул ителгән талаптар буйынса, баҫыуҙарҙы эшкәртер алдынан халыҡҡа был турала хәбәр ителергә тейеш. Мәғлүмәт бирелмәһә һәм бал ҡорттары һәләк булһа, умартасылар зыянды ҡаплатырға хоҡуҡлы.

Фото №1 - Саҡмағош районы Ҡара Ерек ауылында бал ҡорттары һәләк булған
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ