Белоруссия уҡыусылары Башҡортостанда ял итә

Өфө районы хакимиәте башлығы Николай Ельников ошо турала белдергән. “Беҙгә 10 ҡыҙ һәм малай ҡунаҡҡа килде. Улар лагерға урынлаштырылды. Бындай сәфәрҙәр мәҙәни бәйләнештәрҙе нығыта, спорт һәм туризм өлкәһендә уртаҡ проекттарға нигеҙ һала”, - тип яҙған социаль селтәрҙә район етәксеһе. Республика хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, быйыл “Башҡортостан оҙон ғүмерлелеге” программаһы буйынса Белоруссияға 1 мең пенсионер сәфәр ҡыла.

Фото №1 - Белоруссия уҡыусылары Башҡортостанда ял итә
Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ