Төбәктә «Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк» акцияһы дауам итә

Һәр кемгә диагностик ярҙам күрһәтелһен, хроник сирҙәр башланғыс осорҙа асыҡланһын өсөн... Башҡортостанда «Сәләмәт республика-сәләмәт төбәк» акцияһы дауам итә. Тәгәрмәс өҫтөндәге дауахананың сираттағы туҡталышы-Иглин районының Урман ауылынан БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова яҙмаһы.

Медицина десантын Урман ауылы халҡы йыр-бейеү һәм милли ризыҡтар менән ҡаршы алды. «Сәләмәтлек поезы» бында ысынлап-та көтөп алынған ваҡиға. Һаулығын тикшертергә теләүселәр әүҙем йыйылды. Районға килгән медицина бригадаһы составында терапевтар ғына түгел, төрлө йүнәлештәге белгестәр ҙә бар.

Был поликлиниканың тәгәрмәс өҫтөндә икәнлеге тик тыштан ғына күренә. Эстә иһә ғәҙәти стационар медицина учреждениеһын хәтерләтә. Хатта, үҙ клиник-диагностика лабораторияһы бар. Барлыҡ тикшеренеүҙәр бушлай. Кардиологҡа күренергә тип килгән Рәмзиә Үтәшева бер юлы ЭКГ һәм УЗИ үтеп тә, офтальмолог, невролог менән эндокринологка ла инеп өлгөрә. Ябай көндә табиптарға яҙылыр өсөн район үҙәгенә барырға һәм тулыһынса тикшеренеү үтер өсөн бер нисә көн сарыф итергә тура килһә, «Сәләмәтлек поезы» был эште күпкә еңеләйтә.

Иглин районында «Сәләмәтлек поезы» 28 июлгә тиклем эшләй. Медицина десанты Таутөмән, Кәлтә, Ҡалтыман һәм Аҡбирҙе ауылдары халҡын да ҡабул итәсәк.

Әлфинә Килдейәрова

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ