Йылайырҙа «Аҫылташ» йәштәр форумына 650-нән ашыу ҡатнашыусы йыйылды

«Аҫылташ» әүҙем йәштәрҙе йыйҙы. 8-се тапҡыр ойошторолған йәштәр форумы Йылайыр районында «Ил берҙәмлеге өсөн» фестивале сиктәрендә үтә.

Сараны Башҡортостан башлығы гранттары фонды ярҙамында Йәштәр сәйәсәте министрлығы менән Йәш яҡташтар ассоциацияһы ойоштора. Ҡатнашырға теләүселәр күплеген иҫәпкә алып, быйыл беренсе тапҡыр өҫтәмә урындар булдырылған. Йәмғеһе 650-нән ашыу кеше йыйылған. «Аҫылташ» форумынан тыш, «Ил берҙәмлеге өсөн» фестивалендә эшләүсе йәштәр, студенттарҙың үҙидара органдары вәкилдәре слеты үтә. Шулай уҡ Башҡортостанда тыуып-үҫкән, әлеге ваҡытта төрлө төбәктәрҙә белем алған студенттар ҙа ситтә ҡалмаған.

Ойоштороусылар йәштәр өсөн иң популяр темаларҙы һайлаған. Лекциялар, практик күнекмәләр һәм оҫталыҡ дәрестәре социаль селтәрҙәрҙе алып барыу, сығыш яһау, шәхси бренд булдырыуға, отоштло эште башлауға арналған. Белем алыу программаһынан тыш, ҡатнашыусылар командаларға бүленеп «Батырҙар уҙышы»н үтте. 4 көнгә иҫәпләнгән форум аҙағында йәштәр үҙ проекттарын тәҡдим итә, уларҙың иң яҡшылары грант ярҙамын аласаҡ.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ