Борай районында «Танып-һыу. Хәтер йылғаһы» тип исемләнгән Бөтә Рәсәй этно-арт симпозиумы үтте. Бишенсегә уҙғарылған форум Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына һәм Башҡортостанда иғлан ителгән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам йылына арналды. Симпозиумда Рәсәй төбәктәренән һәм яҡын сит илдәрҙән 20-ән ашыу рәссам ҡатнашты. Ижади процесc барышында улар яңы картиналарында Ватан һаҡсыһы образын, илһөйәрлек темаһын сағылдырҙы. Шулай уҡ урындағы художество мәктәптәре уҡыусыларына һәм социаль адаптация үҙәге тәрбиәләнеүселәренә оҫталыҡ дәрестәре уҙғарылды.
Симпозиум аҙағында һынлы сәнғәт әҫәрҙәре күргәҙмәһе ойошторолдо. Экспозиция төбәктең башҡа район-ҡалаларындағы галереяларға ла ҡуйыласаҡ. Күләмле проект Башҡортостанда милли мәҙәниәттәрҙе популярлаштырыу маҡсатында Республика Хөкүмәте ярҙамында уҙа. «Танып-һыу»-райондың мәҙәниәт өлкәһендәге бренд сараһы иҫәпләнә.



