Башҡортостанда мобиль интернетҡа сикләүҙәр булыуы мөмкин

Ил төбәктәрендә хәүефһеҙлек маҡсатында ваҡыты-ваҡыты менән мобиль интернет тиҙлеге кәметелә, йә ул ваҡытлыса һүндерелә. Пилотһыҙ осоусы аппарат һөжүменә ҡаршы мотлаҡ сара Башҡортостанда ла ҡулланылыуы ихтимал. Өфө халҡының әҙерлеген БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина белеште.

Аҙыҡ-түлек, дарыу булһынмы, көнкүреш тауарҙарымы-бөгөн тотош ил буйынса курьер хеҙмәте үҫеш алды. Өфөнән Таһир Хәйруллин да йәйге осорға эшкә урынлашҡан. Заказдарҙы ваҡытында үтәү өсөн велосипедта елдерә, ә иң мөһиме-ҡулда мобиль телефон булыуы ла мотлаҡ. Клиенттың адресын техник ярҙамы хеҙмәтенә шылтыратып, йә интернет-ҡушымта аша белергә мөмкин. Смартфонда навигация ҡушымталары карталарының булыуы ла оффлайн-режимда эшләргә булышлыҡ итә.

Ҡаланы яҡшы белһәң, карта менән яҡшы ҡулланһаң, йорт адресын еңел генә табаһың. Интернет насар тотҡан, йә бөтөнләй эшләмәгән осраҡтар булғылай, был ваҡытта үтеп барыусы кешеләргә мөрәжәғәт итәм. Эш туҡтамай, заказдар өсөн күпме аҡса килгәне генә күренмәй.

Таһир Хәйруллин, курьер

Социаль селтәрҙәр һәм мессенджерҙар, төрлө ҡушымталар-интернет кеше тормошоноң айырылғыһыҙ өлөшөнә әйләнде. Әммә пилотһыҙ осоусы аппараттар һөжүм иткән осраҡта, мобиль интернет тиҙлеген сикләүҙәре ихтимал. Шул уҡ ваҡытта телефон аша шылтыратыу һәм смс-хәбәрҙәр ебәреү мөмкинлеге һаҡлана. Баш ҡала халҡынан һорау алғанда ла, һәр кем хәүефһеҙлек сараларының мөһимлеген билдәләне. Интернетһыҙ йәшәп була тигән ҡарашта күптәр, әммә ваҡытлыса ғына.

NFC буйынса түләүҙәр башҡарғанда телефонда интернет булыуы кәрәкмәй. Шулай ҙа белгестәр үҙегеҙ менән ҡулаҡса тоторға кәңәш итә, банк операциялары өсөн финанс ойошма бүлексәләренә барырға, йә банкоматтар менән файҙаланырға мөмкин.

Линия интернет эшләйәсәк, шулай уҡ сауҙа үҙәктәре, кафе-ресторандар, китапхана, вокзалдарҙа-йәмәғәт урындарында вайфай менән файҙаланырға мөмкин. Яңылыҡтар менән радио һәм телевидение аша танышығыҙ. Китап, уйын һәм йырҙарҙы телефонға алдан интернет аша күсереп алырға була. Мобиль интернетһыҙ ял итеү, сәйәхәт итеү ҙә халыҡ араһында киң таралыу алды, шул уҡ Ирәмәлгә күтәрелергә, Шүлгәнташ мәмерйәһенә экскурсияға барырға мөмкин

Граждандарҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү-һәр дәүләт өсөн өҫтөнлөклө бурыс. Ҡатмарлы осорҙа йәшәйбеҙ. Шуға барлыҡ үҙгәрештәргә лә аңлап ҡарарға кәрәк. Мобиль интернет буйынса сикләүҙәр ҙә ваҡытлыса ғына сара. Барыһына ла тыныс булырға кәңәш итәм.

Валериан Гагин, «Облака» заманса сәнғәт үҙәге етәксеһе

Шул уҡ ваҡытта хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен дә оноторға ярамай. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан иҫкәртеү.

Әгәр пилотһыҙ осоусы аппаратты күрһәгеҙ, йә ишетһәгеҙ, тиҙ арала эргәләге бинала йәшенегеҙ. Ер аҫты үткәүеле, йә паркинг булыуы мөмкин. Транспортта китеп барған булһағыҙ, туҡтап, хәүефһеҙ урын табығыҙ. Әгәр бинаның юғары ҡатында булһағыҙ, аҫҡы ҡаттарға, подвалға төшөргә тырышығыҙ. Лифтҡа инмәгеҙ. Фатирҙа булғанда, тәҙрәнән алыҫыраҡ, ғәҙҙәтә ванна бүлмәһендә иҙәнгә ултырырға кәңәш ителә.

Алик Шәрәфетдинов, Башҡортостандың ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы матбуғат хеҙмәте етәксеһе
Башбат

Әгәр пилотһыҙ осоусы аппаратты йә уның ҡалдыҡтарын тапҡан осраҡта 112 Берҙәм ҡотҡарыу хеҙмәтенә шылтыратып хәбәр итегеҙ. Белгестәр уяу һәм иғтибарлы булырға саҡыра.

Гөлназ Хәйбуллина

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ