Башҡортостан урмансыларына яңы техника тапшырылды

Башҡортостан урмансыларына заман талаптарына яуап биргән өр-яңы техника. Инспекторҙарҙың эшен техник яҡтан көйләү «Урман хужалығын үҫтереү» дәүләт программаһы буйынса 27 миллион һумлыҡ федераль сығымдарға башҡарылған. Урман һағында торған белгестәр һәм яңы техника алып ҡыуанған инспекторҙар менән БЮТ ижади төркөмө лә осрашты. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.

Урман һаҡсыларына бындай үтемле һәм ышаныслы техника 2019 йылдан бирле тапшырылып килә.Һуңғы алты йылда инспекторҙар составы өсөн дөйөм суммаһы 157 миллион һумлыҡ 500-ҙән ашыу техника, ҡорамалдар һәм инвентарь һатып алынған. Урман патруле өсөн автомобилдәр паркының 100 проценты тиерлек яңыртылған. Быйыл иһә республиканың 12 районы инспекторҙары «Нива-Легенда»автомобиле, тағылма ҡорамалдары һәм квадроциклдар алып ҡыуанды.

Был квадроциклдар тиҙҙән 150 мең гектар майҙанды патрулләүҙә ҡулланыласаҡ. Бындай юғары үтемле һәм ышаныслы техника ярҙамында быға тиклем ауырлыҡ менән үтелгән тауҙарҙы да еңел артыласаҡбыҙ, ти белгестәр.

Башҡортостан урман хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән белдереүҙәренсә. әлеге ваҡытта 397 000 саҡрымда 12300-ҙән ашыу ер өҫтө патруле үткәрелгән.Тапшырылған техника ла урман янғындарын иҫкәртеүҙәрҙе еңеләйтәсәк.

Республиканың йәшел майҙандарында 3 апрелдән 17 июлгә тиклем тиҫтәләгән урман янғыны теркәлгән. Уларҙың 6-һы халыҡтың ут менән һаҡһыҙ эш итеүе, бер осраҡта янғын башҡа категориялы ерҙән күскән, икәүһенә тәбиғәт факторҙары, берәүһенә электр тапшырыу линияларынан сыҡҡан янғын сәбәпсе. Ут үткән майҙанда зыян 26,6 гектар тәшкил итә.

Бөгөн урмансыларға тапшырылған «Нива» автомобилдәре, прицептар һәм квадроциклдар бөтәһе лә Рәсәйҙә етеш терелгән. Был квадроциклда һаҙлыҡлы һәм ҡарлы ерҙәән еңел генә хәүеф булған урынға барып етеп урман янғындарын иҫкәртергә һәм кешеләрҙе ҡотҡарырға мөмкин.

Гүзәл Борханова

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ