Ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан «Шатун» ҡушаматлы яугир өйләнде

Ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан «Шатун» ҡушаматлы яугир өйләнде. Никах тантанаһы Янауылда үтте. Ватан һасыһы Регина менән егерме йыл таныш. Законлы никахты теркәү тантанаһында парҙың ата-әсәләре, туғандары, дуҫтары, шулай уҡ ветерандар ойошмаһы һәм урындағы хәрби комиссариат вәкилдәре ҡатнашты. «Шатун» ҡушаматлы яугир Чечня һуғышы ветераны, өс йыл тирәһе махсус хәрби операция биләмәһендә элемтәсе булып хеҙмәт итә. Тиҙҙән ул йәнә алғы һыҙыҡҡа юллана.

Мөхәббәт, ышаныслы тыл һәм уртаҡ киләсәк миңә көс бирә. Барыһы ла бөгөнгө кеүек күңелле булмауын аңлайбыҙ. Ауырлыҡтарҙы сыҙамлыҡ һәм батырлыҡ менән еңеп сығасаҡбыҙ тип ышанам.

«Шатун» ҡушаматлы яугир

Отпускҡа ҡайтҡас беҙ ваҡытты тағы ла һуҙмаҫҡа ҡарар иттек. Шуға тиҙерәк законлы никахҡа индек. Әлбиттә, мин бик шатмын

Регина Фәүхиева, «Шатун» ҡушаматлы яугирҙың кәләше
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ