Бөгөн Рәсәй Геройы Александр Доставаловтың тыуыуына 62 йыл

2000-се йылдың 1 мартында Чечняла Аргун тарлауығында террорсылар менән ҡаты бәрелеш була. Унда Башҡортостан егеттәренең ғүмере өҙөлә. Өфөнән гвардия майоры Александр Доставалов һәм Бәләбәйҙән кесе сержант Роман Афанасьев яуҙа батырҙарса һәләк була. Ҡаһарманлыҡ күрһәткән яугирҙәр Рәсәй наградаларына күрһәтелә. Александр Доставаловҡа Рәсәй Геройы исеме бирелә. Роман Афанасьевтың туғандарына Ҡаһарманлыҡ ордены тапшырыла. Өфөнөң Еңеү паркында локаль бәрелештәрҙә һәләк булғандарға һәйкәл ҡуйылған. Унда Александр Доставаловтың исеме уйылған. Бөгөн Александр Доставаловтың исемен ирекле башҡорт батальондарының береһе йөрөтә.

Фото №1 - Бөгөн Рәсәй Геройы Александр Доставаловтың тыуыуына 62 йыл
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ