Башҡортостан уҡсылары Рәсәй чемпионатында еңеү яуланы

Учалынан Динә Вәлиева рекорд ҡуйҙы. Ул өс дисциплинала 2 алтын һәм 1 бронза миҙалға лайыҡ булды. Ярыш Һамар өлкәһендә үтте. Унда ил төбәктәренән 200-ҙән ашыу спортсы мәргәнлектә көс һынашты. Тиҙлеккә атыу буйынса Илмир Әхмәтйәнов иң оҫтаһы тип табылды. Турнирҙың “Тарихи уҡ” тигән төрөндә Тимур Өмөтбаев  алтын, Илмир Әхмәтйәнов  көмөш, Динә Вәлиева бронза миҙал менән бүләкләнде.

Фото №1 - Башҡортостан уҡсылары Рәсәй чемпионатында еңеү яуланы
Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ